Skip to main content

Сусҡа ите Йөкмәткеһе Сусҡа ите төркөмдәре | Әҙерләү һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре | Донъя кимәлендә сусҡа итен һатыу | Иҫкәрмәләр | Һылтанмалар | НавигацияSources of MeatГОСТ 31476-2012 Свиньи для убоя. Свинина в тушах и полутушах.Livestock and Poultry: World Markets and Trade2012 йылда Рәсәйҙең сусҡа ите баҙары гТәүге сығанаҡтанСусҡа итеКитай подложит миру свинью. Экономисты подготовили сценарий «свиного апокалипсиса»Тарас Репин. Почему свинина запрещена в исламе и иудаизме. Сайт «Кириллица»

Ит


сусҡаКешенеңАлыҫ КөнсығыштаАзиялаИсламхристианитенборщПасхаРәсәйҙә










(function()var node=document.getElementById("mw-dismissablenotice-anonplace");if(node)node.outerHTML="u003Cdiv class="mw-dismissable-notice"u003Eu003Cdiv class="mw-dismissable-notice-close"u003E[u003Ca tabindex="0" role="button"u003Eйәшерергәu003C/au003E]u003C/divu003Eu003Cdiv class="mw-dismissable-notice-body"u003Eu003Cdiv id="localNotice" lang="ba" dir="ltr"u003Eu003C/divu003Eu003C/divu003Eu003C/divu003E";());




Сусҡа ите




Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте






Перейти к навигации
Перейти к поиску




Сусҡа түшкәһен тураҡлау һыҙмаһы


Сусҡа ите — сусҡа итенең кулинария һәм етештереү өлкәһендәге атамаһы. Донъяла иң күп ҡулланылған ит төрө[1].


Кешенең сусҡа итен б.э. тиклем бишенсе быуаттан алып ҡулланыуы билдәле. Сусҡа итен әле генә әҙерләнгән килеш тә, пресерва һәм консерват хәлендә лә киң ҡулланалар. Пресервация сусҡа итенең һаҡлау ваҡытын оҙайта. Мәҫәлән, ветчина, төрлө ыҫланған, тоҙланған ризыҡтар, киптерелгән сусҡа ите киҫәктәре, сусҡа колбасалары — барыһы ла сусҡа итенең киң таралған пресервалары. Ғәҙәти йорт кухняһынан тыш сусҡа ите бик күп ит деликатестары һәм ресторан ризыҡтары өсөн дә ҡулланыла.


Көнсығыш илдәре кеүек үк сусҡа ите Алыҫ Көнсығышта ла, Көньяк-Көнсығыш Азияла ла киң таралған. Азия кухняһында ул майлы һәм эшкәртеү өсөн ҡулай булғаны өсөн ҡәҙерле һанала. Ислам һәм иудей диндәрендә, ҡайһы бер христиан конфессияларында сусҡа итен ашау тыйыла. Бигерәк тә шәриғәт ҡанундары менән йәшәгән мосолман илдәрендә сусҡа итен һатыу ҡануниәткә ҡаршы килә. Израилдә лә сусҡа итен һатыу сикләнгән.




Йөкмәткеһе





  • 1 Сусҡа ите төркөмдәре


  • 2 Әҙерләү һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре


  • 3 Донъя кимәлендә сусҡа итен һатыу


  • 4 Иҫкәрмәләр


  • 5 Һылтанмалар




Сусҡа ите төркөмдәре |


Сусҡа итен, түшкәнең ауырлығына, тире аҫты майының ҡалынлығына һәм енси йәһәттән үҫешеү билдәләренә ҡарап алты төркөмгә бүләләр; йәки тән туҡымаһы сығышына һәм енси йәшенә ҡарап класстарға айыралар
[2]:


  • 1-се категория (йәш сусҡа түшкәһе). Тән туҡымалары яҡшы үҫешкән, бигерәк тә арҡа һәм янбаш тапҡырында; тире аҫты майы (шпик) тығыҙ аҡ йәки алһыуыраҡ төҫтә, ярым-түшкәнең буйынан-буйына тигеҙ ҡатлам булып һуҙылған; иң ҡалын ерендә (елкәһендә) һәм билендәге тире аҫты майы ҡалынлығының айырмаһы 1.5 см -ҙан да артыҡ түгел; түшенең арҡыры ҡырҡымында, 6-сы һәм 7-се ҡабырғалар араһында кәм тигәндә ике ҡатлы тән туҡымаһы бар; күкрәк һөйәге менән 1-се ҡабырға тоташҡан урындан тоташ һөйәктең алғы ҡырына тиклемге ара 75 см-ҙан да кәм түгел; тиреһендә таптар, арҡыры һырҙар, шештәр, шулай уҡ ҡан ойошҡан һәм тире аҫтына үтеп ингән яра эҙҙәре юҡ; түшкәлә диаметры 3.5 см-ҙан ҙур булмаған өс контроль ҡырҡылған эҙ булыуы мөмкин. Түшкәнең ауырлығы 47-75 кг. Алтынсы һәм етенсе күкрәк тапҡыры умыртҡа быуыны араһындағы тире аҫты майы ҡалынлығы 2.0 см-ҙан да кәм түгел.
  • 2-се категория (йәш сусҡа, бала сусҡа түшкәләре):
    • а) ит сусҡаһы түшкәләре (молодняк): тиреһе менән бергә түшкәнең ауырлығы 39—98 кг (тиреһеҙ көйө — 34—90 кг); 6-сы һәм 7-се күкрәк тапҡыры умыртҡа быуыны араһындағы шпик ҡалынлығы 3 см-ҙан кәм түгел;

    • б) бала сусҡа түшкәләре: ауырлығы 12—39 кг (тиреһеҙ көйө 10—34); шпик ҡалынлығы — 1,0 см-ҙан кәм түгел


  • 3-сө категория (йәш сусҡа түшкәләре). Түшкә ауырлығы — 113 кг-ға тиклем (тиреһеҙ — 91 кг-ға тиклем); шпик ҡалынлығы — 3.0 см-ҙан артығыраҡ.

  • 4-се категория (ата (бестерелгән) һәм инә сусҡалар түшкәһе). Ата сусҡалар өсөн ауырлығы — 113 кг, инә сусҡалар өсөн — сикләүһеҙ; шпик ҡалынлығы — 1,0 см-ҙан кәм түгел.

  • 5-се категория (һөт имгән сусҡа балалары түшкәһе). Тиреһе аҡ йәки алһыуыраҡ төҫтә, унда шешкән, ҡан ойошҡан, яраланған, тешләнгән урындары юҡ; түшкәнең ауырлығы (тиреһе менән) — 3-7 кг.

  • 6-сы категория (ата (бестерелмәгән) сусҡа түшкәләре). Түшкәнең ауырлығы 45 кг-ға етә; шпик ҡалынлығы — 1,0 см-ҙан да кәм түгел.


Әҙерләү һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре |


Сусҡа итен ҡурырға, бешерергә һәм быҡтырырға мөмкин. Сусҡа итенән борщ, рассольник, кәтлиттәр, рагу, дерелдек, шешлек, шницель, эскалоптар һәм башҡа ризыҡтар әҙерләйҙәр. Билмәнгә эслек әҙерләгәндә ярты өлөш һыйыр ите ҡушалар.


Сусҡа итенең күпселек өлөшө ыҫланған ризыҡтар: окорок, лопатка (кулинария), грудинка, бекон һ.б. Тағы ла был ит төрлө колбасалар әҙерләүгә китә. Өй шарттарында сусҡа итенән буженина әҙерләргә мөмкин.


Өҫтәлгә тоташ бер сусҡа балаһының итен томалап бешереп тә ҡуялар. Өҫтәлде, бигерәк тә Пасха мәлендә, бешерелгән сусҡа йәки ҡыр сусҡаһы башы ла биҙәп торасаҡ.



Донъя кимәлендә сусҡа итен һатыу |



Production and consumption of pork in Russia.jpg


2012 йылда донъя экспорты 7 млн тоннаға яҡын булған. Донъя кимәлендәге етештереү 107 млн тонна тәшкил иткән[3].


2012 йылда сусҡа итен иң күп ҡулланыусылар (АҠШ Ауыл хужалығы министерствоһы күрһәтеүенсә)[3]:




















ИлҠулланыу күләме, мең. тонна
1Ҡытай53 802
2Евросоюз20 382
3АҠШ8441
4Рәсәй3208
5Бразилия2670

Шул уҡ сығанаҡтан 2012 йылда сусҡа итен иң күп күләмдә экспортлаусылар[3]:




















Ил-экспортёрЭкспорт күләме, мең. тонна
1АҠШ2441
2Евросоюз2165
3Канада1243
4Бразилия661
5Ҡытай235

Шул уҡ сығанаҡтан 2012 йылда сусҡа итен иң күп күләмдә импортлаусылар[3]:




















Ил-импортёрИмпорт күләме, мең. тонна
1Япония1259
2Рәсәй1045
3Ҡытай730
4Мексика706
5Корея502

Сусҡа итен импортлау 2012 йылда Рәсәйҙә ҡулланыу күләменең 30 % тәшкил иткән (2,6 млн тоннаның 1.1 млн тоннаһы)[4].



Иҫкәрмәләр |




  1. Sources of Meat // Agriculture and Consumery Protection Department of Food and Agriculture Organisation of the United Nations. — Ofsite. — Проверено 18.11.2015


  2. ГОСТ 31476-2012 Свиньи для убоя. Свинина в тушах и полутушах.. docs.cntd.ru. 7 сентябрь 2015 тикшерелгән.


  3. 3,03,13,23,3 Foreign Agricultural Service Livestock and Poultry: World Markets and Trade  (инг.) (pdf). Министерство сельского хозяйства США (Апрель 2014). 17 июнь 2014 тикшерелгән.


  4. 2012 йылда Рәсәйҙең сусҡа ите баҙары г. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 апрель 2013. 17 апрель 2013 тикшерелгән.



Һылтанмалар |







  • Айзятулова, И. Китай подложит миру свинью. Экономисты подготовили сценарий «свиного апокалипсиса». Газета.Ру (8.1.2015). 8 ғинуар 2015 тикшерелгән.


  • Тарас Репин. Почему свинина запрещена в исламе и иудаизме. Сайт «Кириллица» (рус.)  (Тикшерелгән 3 февраль 2019)





https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Сусҡа_ите&oldid=863851 ҡабул ителгән













Навигация




























(RLQ=window.RLQ||[]).push(function()mw.config.set("wgPageParseReport":"limitreport":"cputime":"0.164","walltime":"0.230","ppvisitednodes":"value":767,"limit":1000000,"ppgeneratednodes":"value":0,"limit":1500000,"postexpandincludesize":"value":7765,"limit":2097152,"templateargumentsize":"value":2872,"limit":2097152,"expansiondepth":"value":9,"limit":40,"expensivefunctioncount":"value":2,"limit":500,"unstrip-depth":"value":0,"limit":20,"unstrip-size":"value":2829,"limit":5000000,"entityaccesscount":"value":2,"limit":400,"timingprofile":["100.00% 165.906 1 -total"," 81.05% 134.469 1 Ҡалып:Навигация"," 42.34% 70.240 7 Ҡалып:Wikidata-link"," 34.60% 57.400 3 Ҡалып:Wikidata"," 13.92% 23.094 1 Ҡалып:Иҫкәрмәләр"," 10.01% 16.602 4 Ҡалып:Cite_web"," 3.58% 5.942 1 Ҡалып:Ref-en"," 2.64% 4.372 2 Ҡалып:Ref-lang"," 2.55% 4.236 1 Ҡалып:V"," 1.43% 2.375 3 Ҡалып:Ref-info"],"scribunto":"limitreport-timeusage":"value":"0.067","limit":"10.000","limitreport-memusage":"value":2288133,"limit":52428800,"cachereport":"origin":"mw1270","timestamp":"20190726215108","ttl":2592000,"transientcontent":false););"@context":"https://schema.org","@type":"Article","name":"u0421u0443u0441u04a1u0430 u0438u0442u0435","url":"https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%83%D1%81%D2%A1%D0%B0_%D0%B8%D1%82%D0%B5","sameAs":"http://www.wikidata.org/entity/Q191768","mainEntity":"http://www.wikidata.org/entity/Q191768","author":"@type":"Organization","name":"Contributors to Wikimedia projects","publisher":"@type":"Organization","name":"u0424u043eu043du0434 u0412u0438u043au0438u043cu0435u0434u0438u0430","logo":"@type":"ImageObject","url":"https://www.wikimedia.org/static/images/wmf-hor-googpub.png","datePublished":"2017-01-30T10:45:54Z","dateModified":"2019-02-03T07:56:21Z","image":"https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/d/da/Schwein-Ganz.svg"(RLQ=window.RLQ||[]).push(function()mw.config.set("wgBackendResponseTime":142,"wgHostname":"mw1325"););

Popular posts from this blog

Kamusi Yaliyomo Aina za kamusi | Muundo wa kamusi | Faida za kamusi | Dhima ya picha katika kamusi | Marejeo | Tazama pia | Viungo vya nje | UrambazajiKuhusu kamusiGo-SwahiliWiki-KamusiKamusi ya Kiswahili na Kiingerezakuihariri na kuongeza habari

SQL error code 1064 with creating Laravel foreign keysForeign key constraints: When to use ON UPDATE and ON DELETEDropping column with foreign key Laravel error: General error: 1025 Error on renameLaravel SQL Can't create tableLaravel Migration foreign key errorLaravel php artisan migrate:refresh giving a syntax errorSQLSTATE[42S01]: Base table or view already exists or Base table or view already exists: 1050 Tableerror in migrating laravel file to xampp serverSyntax error or access violation: 1064:syntax to use near 'unsigned not null, modelName varchar(191) not null, title varchar(191) not nLaravel cannot create new table field in mysqlLaravel 5.7:Last migration creates table but is not registered in the migration table

은진 송씨 목차 역사 본관 분파 인물 조선 왕실과의 인척 관계 집성촌 항렬자 인구 같이 보기 각주 둘러보기 메뉴은진 송씨세종실록 149권, 지리지 충청도 공주목 은진현